

Бик йыш әр һүҙе ишетәләр, әммә... Бәндәнең ярҙамға мохтаж сағы булдымы, уларға мөрәжәғәт итәләр, йүгереп баралар. Яҡлау, һаҡлау эҙләйҙәр.
"К. Арыҫлановтың 300 йыллығы" миҙалына район полицияһы начальнигы Азат Манғотов та лайыҡ булды. Беҙҙең йәмғиәт һағында ҡорал тотоп баҫып торған кеше, үҙе үк бөгөнгө заман геройы тиһәң дә була. Погонға тоғро булып, халыҡ мәнфәғәте һағында тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә яҙһын, тағыласаҡ миҙал-ордендар алда күп булһын.