Ялға ғына. Ҡыҙғанысҡа, әле бөтөнләйгә түгел. Ялсыҡай ауылы ла, Зәк-Ишмәт ауылы ла, көн илаулап, көйһөҙләнеп тороуына ҡарамаҫтан, ҡапыл йәмләнде лә китте, әйтерһең, күктә ҡояш барлыҡҡа килде.
Иң ныҡ ҡыуанғаны, әлбиттә, сабыйҙар булды. Балалары аталарын күпме күрмәгән, нисәмәләр тапҡыр әсәләренән "ул ҡасан ҡайта?" тип һорамаған, күҙ йәштәрен түкмәгән... Әле лә иланылар. Иң ауыры - баланың күҙ йәштәрен күреү, ололар, үҙҙәре лә түҙмәй, кеҫәләрендәге ҡулъялыҡҡа үрелде...
Көн илай, уға ҡушылып, беҙ илайбыҙ. Көлөр мәлдәребеҙ тиҙерәк етһен ине.