Коронавирус тип ҡоттарҙы осорған ваҡытта ул БРГИ директоры вазифаһын башҡара ине, ул саҡта ла уфылдашып ултырмағайныҡ, ыңғай хистәр, яҡты өмәттәр күберәк булды. Һәм бына тағын...
Рәзилә Исмәғилева яңы ғына бик юғары исемгә лайыҡ булды. Ошо уңайҙан уны ҡотлап сығырға ниәт иттек.
- Мин ғүмерҙә аҡса тип ҡыҙыҡманым, әле лә байҙар рәтенә инмәйем. Бахмуттағы ата-әсәйем һаман булһа ярҙам итәләр, "ҡыҙым, ҡасан әҙәмсә аҡса ала башлайһың инде" тиҙәр...
Әңгәмә киләһе һанда гәзиттә баҫыла.