Ҡыуаныслы ваҡиға
28 Октябрь 2023, 04:12

Əлдə «Юшатыр» бар!

Гәзиттә иғлан сыҡмаһа, быҙауҙарыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаға инек.

Əлдə «Юшатыр» бар!Əлдə «Юшатыр» бар!
Əлдə «Юшатыр» бар!

Мал хужаһына оҡшамаһа, харам була, тиҙәр халыҡта. Беҙҙең малҡайҙар ҙа үҙебеҙгә оҡшап бер урында тапанып торорға яратмай шикелле. 

...Беҙ ул яҡтан эҙләргә уйламай ҙа инек. Яҡын тирәлә урынлашҡан Маяҡ ауылы тирәһен, Сандин, Молокан, Ҡунаҡбай яҡтарын, энәһенән ебенә тиклем, ҡарап сыҡҡайныҡ, ә ул яҡҡа уҡ барып сыҡҡандар, тип уйлап та бирмәгән инек. Беҙгә шылтыратҡан ағай Түбәнге Баба ауылынан, бригадир булып эшләгән Рәфис ағай булған икән, ҡыҙғанысҡа уның фамилияһын белешеп өлгөрмәнек.
Аллаға шөкөр, гәзитебеҙ "Юшатыр" һәм изге күңелле кешеләр бар, тип ҡыуанышып ултырабыҙ бөгөнгө көндә. Беҙгә ярҙам иткән гәзитебеҙ аша ике Рәфис ағайға ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, һеҙгә иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ һәм шулай уҡ "Юшатыр" гәзитенә, унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә лә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ!
Илнара НИҒМӘТУЛЛИНА, Маяҡ ауылы. 

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас