Ҡыуаныслы ваҡиға
31 Октябрь 2023, 04:17

Фиҙаҡәр хеҙмәт

Ҡайҙалыр ниндәйҙер файҙалы эш башҡарыла икән, ул мотлаҡ шунда йөрөр.

Фиҙаҡәр хеҙмәтФиҙаҡәр хеҙмәт
Фиҙаҡәр хеҙмәт
Ағас ултырталар, ишек алдын таҙарталар, экскурсияға баралар, эттәргә оя, ҡоштарға - тағараҡ яһайҙар, И. Таипов булмаһа, бындай саралар, эштәр булмай. Алыштырғыһыҙ кеше ул. Ҙур хәрефтән яҙырлыҡ Уҡытыусы. 
Уның шундай егет икәнен әллә ҡайҙан Мәғариф министрлығы белеп ҡалған һәм бүләкләгән. 
М. Рәхимов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты география уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Таиповҡа фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһын тапшырғандар. Маҡтай-маҡтай биргәндәр, һеҙҙең һымаҡ егеттәр беҙгә ныҡ кәрәк, тағы ла оҙаҡ йылдар әүҙем тормошта йәшәгеҙ, фиҙаҡәрлегегеҙҙе юғалтмағыҙ. 
Беҙ ҙә шулай тибеҙ: алдағы ғүмерегеҙҙә быныһынан да ҙурыраҡ уңыштар көтөп торһон. Ҡотлайбыҙ! 
Автор:
Читайте нас