Сөгөлдөр пункты тип атап йөрөтөлгән ерҙән үткән юлға ремонт буласаҡ тип ышандырҙылар беҙҙе. Был темаға әллә нисә яҙылды, әммә соҡор-саҡыр, күләүектәр шул көйө ҡала бирҙе. Бына сират был урынға ла етеп килгән кеүек. Быйыл Ермолаевоның байтаҡ урамдарына, ғүмерҙә булмағанса, яңы асфальт түшәлде, шуға ышанып көтәбеҙ, "свеклопункт" янынан үткәндә, шыжлап ҡына елеп үтербеҙ.
Район юлдарына ҡағылышлы материалдар иртәгә гәзиттә баҫыла.