Ҡыуаныслы ваҡиға
15 Ноябрь 2023, 05:46

Абынмаҫ

Күмертау ЗАГСын рәсми асыу тантанаһы буласаҡ. 

АбынмаҫАбынмаҫ
Абынмаҫ
Шәмбе көнө, капиталь ремонт үткәндән һуң, ҡала ЗАГС-ын асасаҡтар. Йәй буйы барҙы бында эштәр, һөҙөмтә яҡшы: бында хәҙер йәштәрҙе, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы оялмай керетеп була. 
Өфөнән юғары ҡунаҡтар килә, премьер-министр А. Назаров үҙе киләсәк. Барлыҡ эштәрҙе ул үҙе күҙәтә барҙы тиһәң дә яңғылыш булмаҫ. Бер юлы Ленин урамындағы ремонт эштәренә лә күҙ һаласаҡ... Һәйбәт яңылыҡ, әммә бер аҙ шөбһә лә бар: теге саҡ килгәндәрендә бер ҙур түрә, урамға түшәлгән плиткаға аяғы эләгеп, саҡ абынып йығылманы. Был юлы ундай хәл булмаҫ тип ышанабыҙ, хаталарҙы төҙәтерҙә ваҡыт күп ине, барыһы ла тигеҙләнгәндер. 
Автор:
Читайте нас