Ҡыуаныслы ваҡиға
18 Ноября 2023, 04:28

Иман байлығы бирһен

Ауылыбыҙҙың ҡыуаныслы хәбәре менән уртаҡлашырға ашығабыҙ. 

Иман байлығы бирһенИман байлығы бирһен
Иман байлығы бирһен

Яҡут ауылы мәсетендә ремонт эштәре тамамланды, шулай ук мәсеткә электр уты, газ һәм һыу үткәрелде, ошо уңайҙан ауылдаштары өсөн янып-көйөп һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙған, Мөхтәр Мөхәрәм улы ҡорбан салып Йома намаҙынан һуң ҡорбан ашын ашатыу ойошторҙо. Мәсеткә ярҙам иткан барлыҡ ир —егеттәргә, уны таҙартып йыуған апай еңгәләргә, аш һыу әҙерләгән ҡыҙҙарға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һауаптарын насип итһен, мәсетебеҙҙә аҙан тауыштары тынмаһын, илебеҙгә тыныслыҡ, күңелебеҙгә иман байлығы бирһен! Әмин!

Якутовский сельский дом культуры 

Автор:
Читайте нас