Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
20 Ноября 2023, 11:59

Ҡайт та кил

Йырҙары күп уның.

Ҡайт та кил
Ҡайт та кил
Әммә береһе (уны ул сираттағы бер сарала йырлағайны) ҡолаҡта һаман сыңлай:
Йәшлегемә ҡайтам әле,
Бер йырлап уҙам әле,
Йөрәгемдең әрнеүҙәре, бәлки, баҫылыр хәҙер. 
Йәшлеген һағынып, кемдең йөрәге әрнемәй? Йәмил Рафиҡовтың йырлағаны залда ултырған күптәрҙең хистәренә ауаздаш ине.
Шулай ҙа ҡартлыҡ тигәне лә, һиҙгәнебеҙ бар, кешене һайлап ҡына ҡағыла кеүек: кемдер утыҙ йәштә үк бабай-әбей кеүек була, ә кемдер алтмышҡа яҡынлаған, һаман йәш егеттәр кеүек, паспортына ҡарамайса, йәшен шулай уҡ икәненә ышанмайһың да. 
Йәмил Заһрый улы икенсе категориянан, йәғни, йәшен дөрөҫ итеп белеү өсөн, уның паспорты кәрәк. Шулай булмай, йыр-моң даръяһында йөҙөп йәшәгән кеше бит, ҡартлыҡ үҙе уға ҡағылырға баҙнат итмәй. 
Яңыраҡ Й. Рафиҡовты Өфө бүләкләгән. Мәғариф министрлығы Почетлы грамота биргән. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн тигәндәр. 
Был награда аҙаҡҡыһы булмаҫ, әлбиттә, иманыбыҙ камил, беҙ Йәмил ағайҙы ҡотлайбыҙ һәм теләк теләйбеҙ: начальниктар ҡулға тотторған бүләктәрҙән тыш, яҙмыш үҙе лә һиңә бүләктәрен әҙерләп биреп торһон: шәхси тормошта шатлыҡ-ҡыуаныстар,  туғандарыңдың йылыһын.
Йәшлегеңә ҡайт та кил, ҡайт та кил. Уның менән хушлашма. 
Автор:
Читайте нас: