

Сит яҡтарҙа тыуған яҡҡа бәйле берәй бәләкәй генә сәләм, йә булмаһа күстәнәс, йә берәй хат килеп етһә лә күңелдәре тулып, нисек ҡыуанғандарын егеттәребеҙҙән ишеткән булды.
Ә бына яу яланында, һис уйламағанда яҡташ ҡына түгел, ауылдашыңды осратыу ул оло бәхет, яҡын туғаныңды күргән, тыуған яҡтарыңа ҡайтҡандай булаһыңдыр. Был турала фотолағы бәхетле йөҙҙәр үҙҙәре үк әйтеп тора.
Ошо көндәрҙә Ялсыҡай ауылы егете Фәрүәз Хөсәйенов эш буйынса шул яҡтарға командировкаға юлланған һәм юл ыңғайы, тип ауылдаштарын, туғандарын, аралашып йөрөгән райондаш егеттәрен күреп сығырға булған.
Ауылдашы, яҡын аралашып йөрөгән күрше ауыл егеттәре уны бик йылы ҡаршы алғандар, һый-хөрмәт күрһәтеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгәс, ҡунып ҡалырға ла өгөтләгәндәр яҡташатрын. Нисә самауыр сәй бушатылғандыр, билдәһеҙ, ләкин егеттәрҙең был осрашыуҙан күңелдәре булыуы, көн кеүек асыҡ.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ.