Бар икән. Кинйә Арыҫланов юбилейы хөрмәтенә яһатҡан миҙал. Районда уны күп тараттылар, ҡалаға ҡалмаған тигән хәбәр ҙә сыҡҡайны. Бик алама хәбәр булды был, милләт тип янған, К. Арыҫланов рухына тап төшөрмәгән кешеләр Күмертауҙа ла бихисап (тәүге төҙөлгән исемлектә әллә алтмышлап кеше ине, иләк аша үтә торғас, кәменеләр).
Акилов та бында бөгөн, Шәжәрә байрамында, был нимә эшләп йөрөй, фотоға төшөргә генә килгәнме тиһәк.... Миҙал тапшыра.
Кавалерҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ. Миҙал таҡҡан күкрәгегеҙҙәге йөрәк тағы ла дәртлерәк типһен, көс-ғәйрәтегеҙ бөтмәһен.