Ҡыуаныслы ваҡиға
18 Ғинуар 2024, 09:29

Ҡотло булһын Тимер туйығыҙ!

Быйылғы йыл Президентыбыҙ ғаилә йылы тип иғлан итте. 

Ҡотло булһын Тимер туйығыҙ!Ҡотло булһын Тимер туйығыҙ!
Ҡотло булһын Тимер туйығыҙ!

Ғинуар айында Яҡут ауылының иң оло пары, Насибә һәм Рафиҡ Кадыргалиндарҙың үҙҙәренең бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 65 йылдарын билдәләй. Оло тормош юлын үткән ауылыбыҙ аҡһаҡалын һәм Ағинәйен ысын күңелдән туй көндәре менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балалар һәм оноктар бүлә-бүләсәләр ҡыуаныстарын күреп йәшәргә булһын. Ҡотлау һүҙҙәрен шулай уҡ Мораптал ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Рәшит Рәүил улы Гисматуллин, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткереп бүләктәрен тапшырҙы. Яҡут ауылы Фольклор коллективы ла ситтә ҡалманы, моңло йырҙарын бүләк итеп ҡотланылар, Тимер туйығыҙ ҡотло булһын!. Киләсәктәлә ауылдаштарыбыҙҙы һоҡландырып, йәштәргә үрнәк булып бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә!

Якутовский сельский дом культуры 

Автор:
Читайте нас