Юғиһә, нисәмә көндәр яфа сигелде - ватсап та телеграм да юҡҡа сыҡты, нервылар күпме ашалды, талаш-тартыш күпме булды.
Етәкселеккә (тағын кемгә әйтәһең?) меңәрләгән ялыуҙар яҙҙылар, эшләтегеҙ ватсапты ла, телеграмды ла. Ата-әсәләр чаты бар, бала менән, ауылдағы ҡарт әсәй-атай менән гел бәйләнештә булырға кәрәк, кемдер ошо мессенджерҙарҙа эшләй - аҡсаһыҙ ҡалды. Береһе былай тип тә яҙҙы: ҡатыным миңә ватсап аша фармандар бирә, нимә эшләргә-эшләмәҫкә икәнен өйрәтә ине, хәҙер мин нисек йәшәргә тейеш?
Әле генә, Хәбировтың аҙна кәңәшмәһе ваҡытында, ватсап та, телеграм да эшләй башланы. Быға тиклем яҙылған ялыуҙарға етәкселек, беҙҙең бында ғәйеп юҡ, үҙебеҙ ҙә аптыраш булып ултырабыҙ тигән кеүек яуап биргәйнеләр. Кем һүндерҙе мессенджерҙы? Этем белһен. Иң мөһиме, улар хәҙер эшләй, тимәк, йәшәйбеҙ икән.