2019 йылда был программаға торғайныҡ, 5 йыл тигәндә көткән өмөттәребеҙ аҡланды. Оҙаҡ көткәс, ышанмай ҙа башлағайныҡ, әммә, был бүләкте мөғжизә кеүек ҡабул иттек. Ошо хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән ике яҡлап та атайҙарыбыҙға, әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Сәйфуллинға, иҡтисад бүлегендә эшләүсе Людмила Павловаға, Яҡышмбәт ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева беҙгә документтар юллашырға, уларҙы тапшырырға ярҙам иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уларҙың эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, - тиҙәр Финат менән Юлиә Сынбулатовтар.
Ҡатын-ҡыҙҙар форумына бәйле материалдар гәзиттә баҫылды.