Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
19 Марта , 09:01

Рахманғоловтарҙың шатлығы

Тормош иптәшем Артур менән 2012 йылда өйләнештек. 

Рахманғоловтарҙың шатлығы
Рахманғоловтарҙың шатлығы

Ошо программа тураһында белешеп, 2013 йылда сиратҡа торҙоҡ. Ул ваҡыт эсендә программаның исемдәре лә, талаптары ла үҙгәреп торҙо, шуға ҡарамаҫтан, беҙ ҡул һелтәп ҡуйманыҡ, тырышып, бар ҡуйылған шарттарҙы ла үтәп килдек. Өсөнсө балабыҙ донъяға килгәс сират алға шылды һәм барлыҡ ауырлыҡтарҙы йырып сығып, шарттарҙы үтәп, ниһәйәт быйыл, ғаилә йылында ҡулыбыҙға ошо көтөп алынған документты алдыҡ. 11 йыл буйына сиратын көткәндәр һеҙгә тиклем булманы, тип экономия бүлегендә эшләүселәр аптырап ҡуйҙылар хатта.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: