Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
20 Марта , 08:02

Изге айҙа тыуған бала

- Ул кисә кис, һигеҙ тулып, ун биш минут киткәс кенә тыуҙы.

Изге айҙа тыуған бала
Изге айҙа тыуған бала
Беҙҙе таң менән Денис шулай тип һөйөнсөләне. Атай кеше әллә кем, үҙен күрмәһәк тә (телефон аша белдерҙе ҡыуанысын), белеп торабыҙ - ир күктең етенсе ҡатында йөҙә, аяҡтары ерҙән айырылған.
Денис үҙе дин юлынан киткән кеше, тап ошо Рамаҙан айында ҡыҙ баланы донъяға яратыуҙарын ниндәйҙер серле билдә тип ҡабул итә. 
- Исеме бармы?
- Бар. Ошо изге айыбыҙға бәйле ул. Тик әйтмәйем әлегә. 
- Әсә үҙе нисек, еңел ҡотолдомо? 
- Эйе, Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт...
Ихласлап ҡотланыҡ. Ике кеше - ҡатын һәм ир - Ер йөҙөнә яңы кешене килтерҙе, мөғжизә тыуҙырҙы. Үҙҙәре генә түгел, уларға ҡушылып, тағы әллә нисәмә кеше (шул иҫәптән, беҙ ҙә) шатлана. Сабыйҙы әле, ғүмеренең тәүге минуттарынан уҡ һәм тормош юлы буйлап артабан атлағанда, фәрештәләр ҡурсалап барһын, атай-әсәйгә, туғандарға - бөтәһенә шатлыҡ өләшеп, уларҙың ҡыуаныстарын арттырып йәшәргә яҙһын.
Автор:
Читайте нас: