Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
11 Апреля , 16:06

Ысынлап илаһаң

Һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға. 

Ысынлап илаһаң
Ысынлап илаһаң
Был өп-өр яңы тракторҙы тәүҙә бирмәйбеҙ тип яфаланылар. Тәғәйен килгән тракторҙар ине улар, береһе Мораптал силсәүитенә, икенсеһе - Зәк-Ишмәткә. Инде, ҡайтып ҡына, хакимиәттең ишеге алдына инеп ултырғайнылар, әллә ҡыҙғанып киттеләр, бирмәйбеҙ тине лә ҡуйҙылар. 
Устарын ыуалап, көтөп торған башлыҡтар һемәйҙе лә ҡалды, нисек инде улай? Кинәнеп уйнап ултырған баланың ҡулынан уйынсығын тартып алған кеүек була ла баһа был. Трактор ауылға ныҡ кәрәк. Ошонан, Ермолайҙан килеп эшләп китер эшегеҙҙе? Беҙҙең юлды күрҙегеҙме, барып еткәнсе үк ҡойолоп бөтә ул. Ә тегеләй, гел ҡул аҫтында, кәрәк иһә, ҡыҙҙырҙың да киттең. 
Мәҡәлә гәзиттә иртәгә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: