Все новости

Эш һанда түгел

Самауыр байрамында беренсе урынды алдыҡ! Приз - 150000 һум!

Эш һанда түгел
Эш һанда түгел

Сибайға самауырҙы иң күп алып барғаны беҙ булғанбыҙ икән.
Көйөргәҙе районы. 45 самауыр. 19 район бөтәһе 389 самауырын күтәреп килгән, иң күп алып килгәне - беҙ. Эш, әлбиттә, һанда ғына түгел, уның матурлығы ла иғтибарға алына (йәшмек самауырҙан сәй эсеүе бик күңелле булмаҫ ине, мәҫәлән),нисек итеп ҡунаҡтар янына сығарып ултыртыу ҙа мөһимдер тип фараз ҡылабыҙ.
Былары хәҙер әллә ни мөһим түгел, бик шәп яңылыҡ бар. Көйөргәҙе районы Самауыр байрамында беренсе урында алған! Приз - 150000 һум! Афарин, Көйөргәҙе, афарин, Яңы Мораптал! Самауырығыҙ бик шәп, үҙегеҙ уларҙан да шәберәк икән. 

Автор:
Читайте нас: