Все новости

Бәхет асҡыстары

Улар бөгөн һигеҙ булды. 

Бәхет асҡыстары
Бәхет асҡыстары
Фатир асҡыстары алған балаларҙы әйтәбеҙ. Береһе һуңланы, Таймаҫтан килеп өлгөрмәгән саҡ ҡына (бәлки, юлы ла ҡамасаулағандыр, уның юлын үҙегеҙ беләһегеҙ). Әммә асҡысты алырға өлгөрҙө. Дмитрий Ишберҙин менән килгән туғандары егеттән дә күберәк ҡыуанды кеүек тойолдо беҙгә. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, яңы фатирҙы ҡарарға киттеләр, уныһы Күмертауҙың Көнсығыш биҫтәһендә икән.
Төркөмдә ҡуйылған видеола тап ошо мәл - фатир менән танышыу мәле төшөрөлгән ("Квартиру получили" тигән видеояҙма).  
Фатир асҡысын алырға өлгөрҙөң, Дима, хәҙер ул кеҫәңдә, бәхет асҡыстарың да ғүмерең буйына гел яныңда булһын ине.
Был хаҡта мәҡәлә гәзиттә баҫыла.  
Автор:
Читайте нас: