Все новости

Кеше көнлө булып йөрөү бөттө

Мәҙәниәт тирмәле булды. 

Кеше көнлө булып йөрөү бөттө
Кеше көнлө булып йөрөү бөттө
Быйыл район мәҙәниәт бүлегенә өр яңы тирмә алдылар. Уны һеҙ Һабантуйҙа күрә алырһығыҙ. Бик шәп яңылыҡ был, аңлағандар өсөн, юғиһә, ошо көнгәсә, гел теләнселәп йөрөнөләр, тирмәһеҙ культура буламы ни? Зиннур Исхаҡов, рәхмәт яуғыры, гел, йәлләмәй, үҙенекен биреп торҙо. Хәҙер ҡул һоноп йөрөүҙәр бөттө, тирмәне Азамат Юлдыбаев ойошмаһы район культура бүлегенә махсус тегеп биргән. Хаҡы - 300 мең һум. 
Тимрәгеҙ ҡотло, йылы, уңайлы, ҡоро булһын, уның тупһаһы аша бары тик яҡшы уйлы кешеләр генә уҙһын, мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре. 
Автор:
Читайте нас: