Все новости

Мөхәббәткә мәҙхиә

Кешенең ғүмерендә булған иң ғәжәп, тылсымлы мәле был. 

Мөхәббәткә мәҙхиә
Мөхәббәткә мәҙхиә
Туй. Ике йөрәк бер береһен нисек таба, нисек итеп тап ошо егет (ҡыҙ) тап һинеке икәнен тоя һәм артабанғы оҙон тормошта аҙаҡҡы көнгәсә бергә булырға, йәшәргә, балалар үҫтерергә тигән ҡарарға килә? 
Илназ менән Зәлиәнең ошо ялдарҙа булған туйҙарына шаһиттар, моғайын, ошо хаҡта уйлағандыр. Егет менән ҡыҙға барса ғаләм (Яңы Таймаҫ ҡына түгел) был мәлдә һоҡланып ҡарап торған кеүек, йыһандың мөхәббәткә мәҙхиә йырлаған мәле. 
Беҙ ҙә һоҡландыҡ, шатландыҡ һәм теләк теләнек: һеҙҙең турала гелән яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын - бына балалары тыуған, бына тағын бәпес донъяға яралған...  өй туйлағандар, машина алғандар, йылы яҡтарҙа ял итеп ҡайтҡандар, эштәрендә, маҡтап, грамота, премиялар биргәндәр.... Олатай, өләсәй булғандар...  
Автор:
Читайте нас: