Все новости

Ташлама, әсәй, изге доғаңдан

Уның ҡайтҡанын әле туғандары ла белмәй.

Ташлама, әсәй, изге доғаңдан
Ташлама, әсәй, изге доғаңдан

Бөгөн, иртә таң менән, һалдаттың иптәше шылтыратты (ул уны Өфөнән барып алғайны):
- Ҡайтып еттек, күрешәйек.
Күрештек.
- Былтыр август айында киткәйнем. Бер ай учебка булдым да сентябрҙән бирле алғы һыҙыҡта.
- Яраланғаның булдымы?
- Юҡ. Минең әсәйем Яҡупта мәсеткә йөрөй, дини кеше, уның доғалары һаҡлайҙыр... 

Күпмелеп гәпләшеп ултырғас (улар барыһы ла гәзиттә баҫылыр), Альбертты оҙаттыҡ - алда уны шатлыҡлы мәлдәр көтә. 
Альберт, уңарсы булмай,  беҙҙән сығыу менән тиерлек, һылыуы менән күрешкән.
Бер йылға яҡын туған йәнде күргәне, бына әлегеләй, йылыһын тойғаны булманы. Һалдаттың күңелен, уның һеңлеһенең йөрәген ниндәй хистәр биләйҙер - аңлатырлыҡ түгел. Әле Альбертты ауылда әсәһе көтә.... Ул улының ҡайтҡанын белмәй...
Автор:
Читайте нас: