Все новости

Бәхетле булһын йәштәр!

Һижри 1446 йылдың башында, ауылыбыҙ йәштәре Айнур һәм Әлфинә, изге ниәттәр менән ғаилә усағын тоҡандырҙылар.

Бәхетле булһын йәштәр!
Бәхетле булһын йәштәр!

Аҡ мәсетебеҙҙә был яңы ғаиләгә ауыл имамы Фәрхәд хәҙрәт никах уҡыны. Никах алдынан йәштәргә, ғәиләне һаҡлау, бәхетле йәшәү сере, ир һәм ҡатын хаҡтары, хоҡуҡтары тураһында вәғәз әйтелде. Айнур һәм Әлфинә, Аллаһы Тәғәлә биргән был ғүмерҙе бергә үткәрергә, бер - береһен бәхетле итергә, мәхәббәтле булырға ант иттеләр. Мәсетебеҙ никахҡа килгән, йәш ғәиләгә изге теләктәрен әйтеп, ҡотлаусылар менән тулы булды, Әлхәмдүлилләһ.
Егеттәребеҙ кәләш алып, ҡыҙҙарыбыҙ кейәүгә сығып, нәҫелдәребеҙ артһын. Был йәштәр ҙә , бәхетле булып, өлгөлө ғәилә булһындар , Аллаһ Тәғәлә улар араһына өлфәт мәхәббәт беркетһен, күп итеп балалар биреп, ғаиләләрен һәр төрлө яман күҙҙән, яман һүҙҙән һаҡлаһын.
Бәхетле булһын йәштәр! (әәмиин).

Яҡшымбәт ауыл мәсете 

Автор:
Читайте нас: