Былтыр ҡышын
яуҙан ялға ҡайтҡан атаһының елкәһендә. Әле ултырмай, Солтан ул арала үҫеп тә өлгөргән, быныһынан бигерәк, абзый булған - яңыраҡ ҡына һылыуы тыуҙы. Сафия. Әл дә тыуған бәләкәс туғаны, атаһын шуға ҡайтарып ебәрҙеләр, өй эсе бәхеткә тулды.
Кем турала һүҙ бара? Айнур атлы Көйөргәҙе ауылы егете, әле Мәләүездә йәшәгән һалдат хаҡында. Йәнә лә ҡатыны, ике бәләкәсе - бәхетлеләр - хаҡында.
Атай елкәһенә ултырып, уның ҡосағына һырылып, иркәләнеп кенә үҫергә яҙһын һеҙгә, Солтан, Сафия.