Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
30 Августа , 13:51

Яманғолда һыу була

Исемендә яман һүҙе булһа ла, халҡы яҡшы уның.

Яманғолда һыу була
Яманғолда һыу була
Яманғолдарҙы кем белә, шулар алдарға ирек бирмәҫ. Берҙәм, ихлас кешеләр йәшәй бында. Берҙәмлектәре һәр эштәрендә сағыла, беҙ уларҙың һәр береһен яҡтыртып барҙыҡ, кем уҡый, шул әйтер. 
Ауылдарҙы ла, үҙҙәре лә матур ҙа ул, һыуҙары менән бәлә. Инде нисәмә йыл ошоноң менән хитланалар, торбалары серек, әле бер ерен тишеп сыға, әле икенсеһен. Беҙ барғанда ла урамдарының ҡайһы бер ерендә ҡаҙҙар үрсетерлек булып, быуалар хасил булған. 
...Пластик торбалар килеп ятҡан да инде. 1,4 км самаһы оҙонлоҡта һуҙыласаҡ яңы торбалар. Өй башынан бишәр мең һум йыйғандар, силсәүит, район хакимиәте лә, ҡулын ҡаушырып, ситтә ҡалмаған, аҡсаһын биргән, яманғолдар үҙҙәре биш мең етмәһә, тағы ла өҫтәрбеҙ тип тора.
Мәҡәлә гәзиттә баҫыла.  
Автор:
Читайте нас: