Райондың элекке башлығы, оҙаҡ йылдар эшләгән Әхәт Ҡотлоәхмәтовтан:
- Ниңә ауыл юлдары насар ул тип, сираттағы тапҡыр һорау биргәндә:
- М. Рәхимов тәү сиратта ауыл урамдарына иғтибар бирергә тине, - тип яуап биргәйне, - һауынсылар эшкә туфлиҙа ғына йөрөрлөк булһын. Шуға башлыса ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт һалырға тырыштыҡ.
Бәлки, ысынлап та, шулай булғандыр, әммә ул заманда һалынған асфальттың да ҡото китте. Шул иҫәптән, Молокан ауылы урамының да. Бына әле, соҡорҙарҙы ямарға тип, әҙерләп йөрөйҙәр. Молокандар, тимәк, туфлиға күсә икән.