Күмертауҙағы БРГИ, Башҡортостандың тәүге президенты исемен йөрөткән уҡыу йортона капиталь ремонт эшләнә һәм уҡыу йылы башланыуға ул ишектәрен асасаҡ.
Бына ул - тарихи көн! Өфөнән, Хөкүмәттән, вәкилдәр килгән, ҡала башлығы ла бында, ата-әсәләр, балалар, уҡытыусы ветерандар. Береһенең дә был ваҡиғанан ситтә ҡалғыһы килмәне.
БРГИ-ның яңы йөҙөнә һоҡланмаған кеше ҡалманы, Дума депутаты Зариф Байғусҡаров, үҙ өйөнә ҡунаҡҡа ҡайтҡандай, шат, балалар байтаҡ өгөт-нәсихәт уҡыны - туған телде белегеҙ, яҡшы кешеләр булып үҫегеҙ.
Ҡала башлығы Олег Астахов, башҡортса аңламаһа ла, уға тәржемәсе кәрәкмән - шатлыҡ бөрккөн һүҙҙәргә тәржемә кәрәкмәй. Үҙе лә бер-ике ауыҙ һүҙ башҡортса өндәште, һуңынан һораны - дөрөҫ әйттем, эйе бит?
- Бындай матур уҡыу йортонда уҡыу миңә эләкмәне, яҡшы уҡығыҙ, балалар, беҙгә лә алмаш кәрәк, һеҙҙең арала әле, бәлки, Күмертауҙың буласаҡ мэры ултыралыр.
Мортаза бабайға бюст астылар, кемгә нисектер, ул Өфөлә ҡуйылғанға ҡарағанда ла һәйбәтерәк килеп сыҡҡан кеүек. Хәҙер көн һайын балаларҙы, уҡытыусыларҙы М. Рәхимов аҡыллы ҡараштары менән ҡаршы алып, оҙатып торасаҡ. Был ҡараштар һәр саҡ беҙҙе хуплап, маҡтап ҡараһын ине.
Ко Дню знаний в Башкортостане начнут работу шесть обновлённых школ в Уфе, Кумертау, Стерлитамаке, а также в Баймакском, Абзелиловском и Бижбулякском районах.
«Республика по итогам 2019–2023 годов вошла в число регионов-лидеров по количеству построенных и отремонтированных школ и детских садов. Башкортостан был удостоен награды правительства Российской Федерации. Хорошая комплексная работа, много сделано. Надо дальше участвовать в этой кампании и чтобы мы, пользуясь этой программой, навели порядок в целом. Прежде всего, большая помощь была сельским школам», — отметил Радий Хабиров.