+2 °С
Облачно
Был турала беҙҙең төркөмдә иғлан булды - кем күргән, әйтегеҙ.
Бөгөн ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ:
- Аллаға шөкөр, нисә көндәр буйы эҙләгән малыбыҙ табылды. Ул Таймаҫ ауылы зыяратының эргәһендә ағастар шырлығында йөрөгән икән.
Инде нисәнсе көн эҙҙәре буйлап йөрөнөк, эҙҙәре шул яҡҡа алып бара ине, өмөт һүнеп бара тигәндә, бөгөн, Аллаға шөкөр, малыбыҙ табылды. Гәзиткә лә иғлан биреп ҡуйған инек, сөнки "Юшатыр" гәзите аша кешеләрҙең малдары йыш табылып тора, рәхмәт уларға йәһәт кенә иғланды ҡуя һалдылар.