Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
29 Ноября , 13:32

Үҙе матур, үҙе тәмле

Балаларға яңы тәтәй алһалар, улар ҙа ошолай ҡыуана.

Үҙе матур, үҙе тәмле
Үҙе матур, үҙе тәмле
Ә бында тәтәй генә түгел - яңы машина! Ауыл хакимиәте башлығының ярты ғүмере (әгәр ҙә ул күңелен һалып эшләһә) машинала үтә, алама юлдар буйлап оса-һикерә йөрөй, етмәһә, был биләмә, Ермолаево кеүек, ҙур булһа. Сандин, Молокан, Ҡунаҡбай, Айсыуаҡ, Ермолай үҙе... Һәр береһендә кеше йәшәй, һәр береһендә ниндәй ҙә проблема бар, бүлмәлә ултырып ҡына хәл итерлек түгел. 
М. Букрееваға, шулай итеп, бөгөн өр-яңы машина бирҙеләр. Район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған А. Сәйфуллин, урынбаҫары У. Ибраһимов автомобилде тотоп та, еҫкәп тә ҡаранылар. Еҫе бигерәк танһыҡ, тәмле, сит ил машинаһының бындай еҫе юҡ тинеләр. 
Резинаһы ғына йәйге икән, ҡышҡыһын бирмәгәндәр. Хакимиәт машинаһына яңы ергә ерекһергә, өйрәнергә форсат та бирмәнеләр - Сандинда ниндәйҙер проблема килеп сыҡҡан, Нива шул яҡҡа сапты.
Йөрөгән юлдарығыҙ хәйерле булһын, Марина Владимировна, машинағыҙ кәрккән ергә ваҡытында алып барып, кире алып ҡайтып, иҫән-һау йөрөтһөн.
Автор:
Читайте нас: