Ю. Ильясов ҡайтҡан мәлдә ер өҫтө ап-аҡ булһа ине тип теләгәйнек (аҡ ҡар- аҡ бәхеткә ишара). Ҡар әллә ни күп түгел, шулай ҙа ҡара ерҙе ағарта алған.
...Таң менән барып торҙоҡ. Башлыҡты ҡаршы алмаһаҡ, һуңынан үкенербеҙ кеүек ине. Вахталағы ҡатындар ҙа, егетен көткәндәй, өҫ-башына күҙ һалып ултыра, берәм-һәрәм чиновниктар килә башланы.
- Ҡайҙа ҡымыҙ, сәк-сәк, ҡурай, - шулай итеп шаяртты кемеһелер.
- Аяҡ аҫтына мендәр һалырға кәрәк, - быныһы ҡатындарҙың береһе әйтте, ниңә мендәр, асыҡламаны, кейәүгә сығып, ҡайны йортона килгән ҡыҙ түгел дә ул.
Бына водитель китте артынан... Артҡы ишектән керҙеләр. Шул уҡ йылмайыу, шул уҡ ҡараштар. Беҙ бит, бындағыларҙың күбеһе, һуғыштан ҡайтҡан егет булһа, ул ҡаты бәғерләнеп ҡайтҡан, бөтөн донъяға асыулы һымаҡ итеп күрәбеҙ. Шөкөр, башлығыбыҙ асылын юғалтмаған.
Өйрәнгән юл буйлап, Юлай Талха улы кабинетына табан атланы. Был кабинет бер йыл буйы, түҙемле генә, уны көттө. Беҙ ҙә көттөк.
Хәйерле сәғәттә, Юлай Талха улы, һеҙҙе лә, беҙҙе лә алдағы тормошта аҡ ҡарҙарҙай аҡ бәхеттәр күмһен ине.