31 декабрҙә улым менән киленемдең улдары, минең ейәнем тыуҙы! Киленем, Вилиәм, үҙенең тыуған көнөндә тапты бәпесен, Аллаға шөкөр! Яңы әти-әни булған балаларым сығыштары менән Абдул ауылыныҡылар. Бәпесебеҙ тыуыуы беҙгә лә, туғандарға ла, Яңы йылда ҙур ҡыуаныс булды. Тимур улымды, Вилиә киленемде әти-әни булыуҙары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Таһир ейәнемдең ғүмере бәхетле, бәхете ғүмерле булһын. Балаҡайҙарымдың барлыҡ изге теләктәре ҡабул булһын. Ҡоҙа -ҡоҙағыйҙарымды олатай-өләсәй булыуҙары менән, үҙемде ҡәрсәй булыуым менән ҡотлайым. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла бәхетле, бәрәкәтле, иманлы, парлы ғүмерҙәр бирһен. Раббым ярҙамынан ташламаһын.
Флүзә Ниғмәтуллина.