Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
10 Января , 09:39

Яугирҙең ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашҡан.

Яугирҙең ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!
Яугирҙең ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!

"2025 йылдың беренсе эш көнөндә шатлыҡлы хәбәр! МХО яугиренең ғаиләһендә ике сабый донъяға килгән. Улар - Валентина һәм Сергей Колбинëвтарҙың дүртенсе һәм бишенсе балалары.

Колбинëвтарҙы ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яугирҙең тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ", - тип яҙған район башлығы.

Сабыйҙар аталы-әсәле булып үҫһен!

Автор:
Читайте нас: