Өфөнөң Дим биҫтәһендәге лицей уҡыусыһы өсөн дәрес ваҡытында көтөлмәгән һәм бик тулҡынландырғыс сюрприз булған...
Малай янына дәрескә уның махсус операцияла ҡатнашыусы атаһы — "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итеүсе "Михалыч" позывнойлы хәрби килеп кергән. Был хаҡта Совет районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
"Класҡа килеп кергән был кеше уҡыусыларҙа ғына түгел, уҡытыусыларҙа ла тойғо-кисерештәр өйөрмәһе тыуҙырҙы — тип хәбәр итә сығанаҡ.
Хәрбиҙең улы атаһының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көткән. Аталары өйҙәренән алыҫта хәрби бурыстарҙы үтәгән миллионлаған башҡа балалар кеүек үк, был ир бала өсөн дә һәр көткән көн борсолоу һәм өмөт менән үтә.