Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы ваҡиға
29 Март , 13:21

Һәр көнөгөҙ бәхеткә сорналһын!

Һеҙҙең дә шулайҙыр - кемдеңдер бәхетле мәлен күрһәң, үҙеңде лә ошо мәлдә бәхетле тояһың.

Һәр көнөгөҙ бәхеткә сорналһын!
Һәр көнөгөҙ бәхеткә сорналһын!

"Юшатыр" Юлиә менән Ринаттың бер бәхетле ваҡыты тураһында яҙғайны, ул саҡта сабыйҙары тыуғайны, бөгөн тағы ла һөйөнөслө яңылыҡ килде - йәштәр Стәрлетамаҡтан яңы фатир алған! 
Беҙ ҙә һеҙгә ҡушылып ҡыуанабыҙ, Юлиә, Ринат, Ленар, Реналь  - балалар. Яңы өйөгөҙ ҡотло булһын, тупһаһы аша яман әҙәм, алама хәбәр үтмәһен, фатирҙан гел генә шатлыҡлы ауаздар яңғырап торһон! 
Беҙгә лә һеҙҙең турала һәр ваҡыт тик яҡшы хәбәрҙәр генә яҙып торорға булһын. 

Автор:
Читайте нас