Янғын һүндереү машиналары менән бәлә ине, утты һүндереү түгел, урынынан ҡуҙғала алмай ултыра. Ә пожар машинаһыҙ – тере ҡулһыҙ, ут Керәүле-Илюшкинды ла аямай, ауылда янғын һүндереү машинаһы мотлаҡ кәрәк.
Ауыл башлығы И. Ворошилов, йылғыр егет, был бәләнән сығыу юлын тапҡан. Бәләбәйҙә туғандары, дуҫ-иштәре күп (үҙе шунда уҡыған), кейәүе менән бер һөйләшеп ултырғанда һүҙ әлеге янғынды һүндерә торған машина тураһында сыҡҡан. Кейәү шунда уҡ әйтеп һалған: бәй, миндә бынамын тигән машина бар ҙа баһа, ГАЗ автомобиле, сүп ташый ине, үтә әрһеҙ машина, янғын һүндергәндә лә мах бирмәҫ.
Шулай килешкәндәр ҙә. Тоҡ эсендә бесәй алған кеүек булмаһын тип, тәүҙә, Бәләбәйгә барып, белгестәр машинаны энәһенән ебенә тиклем тикшергән. Вердикт былай: шәп машина. Яңы тигәйнек тә, өр-яңы түгел инде ул, 2012 йылғы, әммә үҙен әле лә йәш тоя. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, машина артынан китеп тә барғандар, әле уны алып ҡайтып киләләр. Хаҡы бик ҡыйбат түгел – 300 мең һум ғына.
...Керәүле – Илюшкин биләмәһендә был машина кешенеме, ҡаралтынымы, урман-ҡырҙарҙымы бәләнән ҡотҡарһа, керәүлеләр мотлаҡ шулай тип әйтәсәк: рәхмәт, кейәү!