

Бер үк һүҙҙе тағын ҡабатлап яҙабыҙ, ҡысҡырабыҙ: Ул тағын ҡайтты! Үҙе йыраҡтарҙа йөрөһә лә, күңеле менән бында ул. Беҙҙең дә уны онотҡаныбыҙ юҡ, яуҙа йөрөгәндәр күп, барыһын да иҫтән сығармаҫҡа тырышабыҙ, ә Филизаны хатта күберәк иҫкә алабыҙ ҙа кеүек, бер яҡтан уның ҡапыл ғына һуғышҡа сығып китеүе ғәжәп тойолдо, икенсе яҡтан... Бындай сибәрҙе онотоп ҡара!
Йәнә әсәнең йылы ҡосағы, йәнә яҙҙың бар матурлығына күмелеп ултырған Шәбағышы, туғандар, балалар... бөтәһе шатлығынан нимә эшләргә белмәй, ҡаршы алды.
Тиҙерәк шулай тип яҙыр ваҡыт етһә ине: ул иҫән-һау ҡайтты, бүтән китмәҫкә тип ҡайтты.