

Ярыштарҙа Пермь, Һамар өлкәләренән, Мари-Эл һәм Башҡортостан Республикаларынан, Ижевск, Һамар, Һарытау, Түбәнге Новгород ҡалаларынан, өлкәһенән 12 команда ҡатнашты.
Башҡортостан республикаһы исеменән Күмертау ҡалаһының 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең үҫмерҙәр командаһы сығыш яһаны (тренеры А.Г. Шпеньков). Уйындар һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең команда I урын алды һәм июнь айында Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй ярыштарының финалында ҡатнашасаҡ.
Күмертау волейболсылары бер ҡасан да бындай ярыштарға республикаға ла, Волга буйы федераль округына ла барғаны юҡ ине. Был юлы ҡала хакимиәте башлығы Олег Анатольевич Астахов ярҙамында егеттәр ярышҡа бара алды. Команданы, тренерҙы һәм был мәктәп директоры Юлия Рәкит ҡыҙы Чеботаеваны ошондай ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ! Командаға яңы спорт ҡаҙаныштары теләйбеҙ!