Ҡыуаныслы ваҡиға
30 Май 2025, 09:43

Йырламай йәшәп булмай

Молокан балалар баҡсаһы йырға һыуһап йәшәгән икән.

Йырламай йәшәп булмайЙырламай йәшәп булмай
Йырламай йәшәп булмай

Музыкаль аппаратуралары булмаған. Булыуын булған, совет заманынан ҡалған кассеталы магнитофон (кешегә һөйләһәң- оят, уның урыны музейҙа хәҙер). Район башҡорттары ҡоролтайы нисектер ошо хаҡта белеп ҡалған да бот сапҡан – нисек инде ауылдың малай-ҡыҙҙары улайтып йәшәй? Кассеталы магнитофонға ҡарап (ул техниканы, үҙегеҙ беләһегеҙ, ни тауыш, ни моң тигән кеүек, кассетаһы уралып тороуы ла бар) ултыра торған балалармы ни улар – торған ерҙәрендә ут сығарып торалар.

Бөгөн балалар баҡсаһына музыкаль колонка бүләк иттеләр. Ҡоролтай рәйесе Лена Ғәббәсова һәм ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы Ирина Ибраһимова. Гүзәл менән Гөлминаз апалары, бүләкте күргәс, һикереп төшөп бейеп китерҙәй булдылар – бик кәрәкле бүләк, былай булғас, йырлайҙар икән, түҙеп кенә тор, Молокан.

Автор:
Читайте нас