Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы ваҡиға
21 Июнь , 08:37

Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!

- Һөнәри байрамыбыҙҙа, Өфөгә барып, доня күреп, рухи байлыҡ алып ҡайттыҡ.

Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!
Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!

Йөрәккә үтеп инерлек концерт ҡарап, матур сарала ҡатнашыуыма шатмын. Медицина хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, Республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләүе ҙур мәртәбә булды. Ҡотланыусылар араһында минең дә исемем булыуы ҡыуандырҙы. Был көтөлмәгән хәл булды. Бындай һөйөнөс өсөн иң беренсе рәхмәтемде өлкән фельдшерыбыҙ Ольга Геннадьевна Гавриловаға әйтер инем. Ул һәр ваҡыт беҙҙе хәстәрләп, ярҙам итеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға дәртләндереп тора. Республика проекттарында ҡатнашыуҙы ла ышанып миңә тапшырыуҙары өсөн рәхмәт. Был бәйгелә лә ҡәҙимге эшебеҙҙе ҙурлап, лайыҡлы итеп күрһәтә белделәр, бының менән беҙҙе тағы ла ҡанатландырып ебәрҙеләр. Беҙҙең эшебеҙҙе күрә белеп баһалауҙары өсөн етәкселәребеҙгә, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған Ольга Геннадьевнаға, Галина Евгеньевнаға ҙур рәхмәт. Мине аңлап, өйҙә лә һәр саҡ ярҙам итеп тороусы терәгем булған ғаиләмә ҙур рәхмәт. Конкурстарҙа ҡатнашыуҙа шулай уҡ ярҙам итеүсе ҡыҙҙарыма, тәүлектең ниндәй сәғәтенә ҡарамаҫтан, төрлө саҡтарҙа саҡырыу булғанда, мине үҙ эштәрен ташлап ауырыуҙар янына алып барыусы тормош иптәшем менән улыма ла рәхмәт, - ти Ғәлиә Вахитова.

Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта бирелде. 

Автор:
Читайте нас