Байрамда кеше аҙыраҡ булды һымаҡ, һауа торошо ғына быға сәбәпсе түгелдер, күңел торошо шәптән түгел. Байрам ҡайғыһы юҡ. Һабантуйға әҙерлек барғанда уҡ кемдән һорама (ауыл башлыҡтары, байрамға ҡағылышы булған бүтәне) үҙ-ара һөйләшкәндә лә быны йәшермәне: не до жиру. Тәфсирләп ниңә улай икәнен аңлатырға ла кәрәкмәй – тирә-йүнгә күҙ һалыу ҙа етә. Бөгөн Холодный Ключта сираттағы егетебеҙҙе ерләйбеҙ...
Нисек булһа ла ауыл эшсәндәрен, йәмәғәт эштәрендә үҙҙәрен күрһәткән кешеләрҙе бүләкләп, билдәләп китеү кәрәк ине (тәүҙә ошо бүләкләү генә булһын, янында фуршет һымаҡ нәмә ойошторайыҡ – артыҡ ҙурҙан купмайыҡ тигән тәҡдим дә бар ине – кире ҡаҡтылар).
...Азаттың аяҡтары кисә ерҙе тойманы. Бүтән тиҫтәләгән наградаға лайыҡ булғандыр ҙа шулай, эшеңде күргәндәр, онотмағандар, рәхмәт. «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын алды ул, ә, ситтән ҡарап торһаң, күкрәгенә Ленин орденын таҡҡандай тойҙо үҙен. Азатҡа ҡушылып, беҙ ҙә шатландыҡ, кешене ваҡытында баһалау мөһим. Кешенең башҡарған эштәре уның күңел торошона ныҡ бәйле, тырышып-тырышып эшләп тә, һине күҙгә лә элмәһәләр, дәрт һүнә.
Әлбиттә, был награданы бер үҙе генә алманы, янында Бахмуттан Нурия Шәрипова, Яҡуттан Рәүеф Әбйәлилов та бар.
Был хаҡта материалдар тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.