Күп балалы ғаилә булараҡ Дәүләт тарафынан ярҙам алып, 2013 йылда Ермолаевола ҙур өй һатып алыуға ирешетек. Тормош иптәшем оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп йөрөй, йәйгелеккә өйҙә тора, сөнки мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа ашлыҡ әҙерләр кәрәк. Ғаилә ҙур булғас күпләп ҡош-ҡорт, мал тотабыҙ, Аллаға шөкөр, йорт-ҡурала ярҙам итергә балалар ҙа ҡул аҫтына инде, бәләкәстәрҙе ҡарашырға ла ярҙам итәләр. Өлкәндәре инде үҫеп үҙ ғаиләләрен ҡорҙолар, улдарым Нургиз, Айгиз, Илсаф өйләнеп, беҙҙе өләсәй-олатай ҙа иттеләр, ике ейәнсәребеҙ, бер ейәнебеҙ бар. Өлкән ҡыҙыбыҙ Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй, бер улыбыҙ Стәрлетамаҡта һөнәр үҙләштерә, ҡалғандары яныбыҙҙа, мәктәптә һәм балалар баҡсаһында. Балаларыбыҙға исемде бергә һайлайбыҙ, әле кескәйебеҙ һаман исемһеҙ әле ул, береһе бер төрлө, икенсеһе икенсе төрлө тәҡдим итә.
Кеше аптырай ҙа тора, был заманда нисек улай күп бала табырға була икән, тип...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.