- Лицейыбыҙ киләһе уҡыу йылын ҡаршы алырға әҙер. Уҡытыусыларыбыҙ отпускыларҙан сығып, эштәрҙе барлап балаларҙы көтә. 5-се, 9- сы, 10-сы кластарға балалар күпләп килде. Уҡыу йылын ҙур шатлыҡлы ваҡиға менән башлап ебәрәбеҙ - беҙгә ҙур, яңы 30 урынлыҡ автобус бирҙеләр. Бөгөн Өфөлә республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров уның асҡысын тапшырҙы. Уны беҙ федераль программаға эләгеп алыуға өлгәштек. Республика башлығына һәм мәғариф министры Илдар Марат улы Мәүлитбирҙинға рәхмәт. Бындай автобус булыуы беҙҙең уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинселектәр аса. Хәҙер класс менән төрлө ерҙәргә сәйәхәткә барыу ҙа күпкә еңелерәк буласаҡ.
Педагогик коллективты, уҡыусыларыбыҙҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Киләһе уҡыу йылы барыһына өсөн дә уңышлы булһын.