Ошо көндәрҙә мин рәсми рәүештә яңы статусҡа эйә булдым, шул шатлыҡ менән уртаҡлашырға булдым.
Өлкән улым Айназ үҙ йәрен табып, киленебеҙ Илнара менән ғаилә ҡороп, оло тормош юлына аяҡ баҫтылар. Йәй башында никах уҡытып, әле бына гөрләтеп туй мәжлесе ойоштороп никахтарын законлаштырҙылар.
Туй мәжлесен ойоштороуҙы йәштәр тулыһынса үҙ өҫтәренә алдылар. Бар ерен уйлап, еренә-еткереп үткәрҙеләр балалар тантананы. Тамада ролен үтәгән Денис Арсланов менән Фидан Булатовҡа ҙур рәхмәт, мәжлес йыр-моңға, уйын, көлкөгә үрелеп бер тында үтте лә китте.
Улым менән киленемә ошо матур байрам өсөн ҙур рәхмәт, киләсәктә йәштәр бәхетле, мөхәббәтле, парлы тормошта, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, татыу ғүмер итһендәр, тип теләп ҡалам.
Гөлнара БИКМӨХӘМӘТОВА, Күмертау ҡалаһы