Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы ваҡиға
7 Октябрь , 14:43

Бүләкле булдыҡ

Кинйәбай ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһы быйылғы уҡыу йылын бик ҡыуанып ҡаршы алдылар

Бүләкле булдыҡ
Бүләкле булдыҡ

Сөнки яңы уҡыу йылына "Сырьевая группа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рим Ғәлиев һәм Көйөргәҙе районының Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Эльза Васильева ярҙамы менән балаларға уйын майҙансығы бүләк ителде. Беҙ, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Рим Радик улының, Эльза Сәмиғулла ҡыҙының эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Минзилә ҒӘББӘСОВА, “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсһе, Кинйәбай ауылы

Автор:
Читайте нас: