- Эш юлымды мин Күмертау дауаханаһының кардиология бүлегендә башлағайным. Яманһары ауылына күсеп ҡайтҡас бында фельдшер булып эшкә төштөм. Ғүмеремде һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләүемә бына инде 40 йыл булды. Эшемде яратам, ауылыбыҙ халҡы ла бик яҡшы. Уларҙың хөрмәтен тойоу оло бәхет. Бына 3 йыл Горный Ключта ла эшләйем. Ул ауыл да мине йылы ҡабул итте. Йыл ярым элек хаҡлы ялға сыҡһам да эшләп йөрөйөм. Тормош иптәшем Илдус Абдулла улы һәр ваҡыт мине аңлап, гел ярҙам итеп тора. Ауырып китеүсе янына машинала алып барып та ҡуя. Уның терәген тойоп эшләү күпкә еңелерәк, бәлки, шуғалыр ҙа апаруҡ йылдар эшләүем һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Балаларым Рөстәм, Земфира, Ләйсән һәм кесе Ринат улыбыҙ ҙа мине гел аңлап торҙолар. Йорт эштәрен бергәләп башҡарҙылар. Хәҙер улар үҙҙәре ғаилә ҡороп балалар үҫтерәләр. Ғаиләмә, ауылыбыҙ халҡына мине хөрмәт итеп тороуҙары өсөн рәхмәт. Байрам уңайынан эшемде баһалап Башҡортостан хөкүмәтенең Рәхмәт хатын тапшырыуҙары минең өсөн ҙур мәртәбә.