- Б.Бикбай премияһы уның ижадын өйрәнеү һәм популярлаштырыу, әҙәби ойошмаларҙы, әҙәбиәт өлкәһендә йәш таланттарҙы үҫтереү, халыҡтар дуҫлығын, әхләҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү маҡсатында булдырылған. 2009 йылдан алып Көйөргәҙе ерендә тыуып үҫкән һәм ошо ерлектә оҙаҡ йылдар эшләгән ижад кешеләренә тапшырылып килә. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһынан Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияға Закир Әкбәров, Сулпан Миңлебаева, Геннадий Басов, Азат Хәлилов, Хәлиҙә Алтынбаева, Рәмилә Ҡужаҡова, Руша Солтанғоловалар лайыҡ булды. Быйыл ошо премияға яҙыусылар ойошмаһынан мине тәҡдим иттеләр. Мин Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы яҙыусылар союзы ағзаһымын, 2016 йылдан Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһын етәкләйем. Республикабыҙҙың уңышлы эшләп килгән ойошмаларының береһе, йыл һайын яңы йыйынтыҡтар, айырым авторҙарҙың китаптары донъя күрә, балалар менән осрашыуҙар, китап презентациялары, ижади кисәләр үткәрелә. Иң тәүҙә ҡәләмдәштәремә, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә етәксе, ойоштороусы булараҡ хеҙмәтемде юғары баһалауҙарына рәхмәтлемен. Был премия киләсәктә лә арымай-талмай эшләргә дәрт өҫтәр тип уйлайым.