- Быйыл беҙ иң беренселәрҙән булып ураҡ эшенә төштөк һәм тәүгеләрҙән булып етенде йыйып алдыҡ. Йомшаҡ, ҡаты сортлы бойҙай сәсеп мул уңыш алдыҡ һәм йомшаҡ сортлыһын һатып бөттөк. Көнбағышҡа ла беренселәрҙән төштөк, бер нисә көндән тамамлаясаҡбыҙ. Көндәр матур торғанда иртә таңдан алып, төнгә тиклем эшләйбеҙ. Быйыл иген таҙартыу комплексы төҙөп, файҙалана ла башланыҡ. Дымлыраҡ булған көнбағышты киптереп келәткә һалабыҙ. Хужалығыбыҙҙа хеҙмәткәрҙәр әүҙем эшләйҙәр. Үҙебеҙ ҙә уларға ярҙам итеп торабыҙ, бесән эшләргә ер, тулыһынса кәрәкле техниканы бирәбеҙ, сәләркәһен дә һалабыҙ. Эш хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ һәм уларға арзан хаҡҡа бойҙай бирәбеҙ. Районыбыҙҙа беҙ пайсыларға иң юғары аренда хаҡы түләгәндәрҙән һаналабыҙ. Айсыуаҡ, Яҙлау, Яманһары ауылдарында арендаға алынған ерҙәр бар, уларға ла алып барып бирәбеҙ. Эшселәребеҙгә, пайсыларыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Хәйриәлек акцияларында ҡатнашабыҙ, ҡулдан киләгнсә ярҙам итеп торабыҙ. Быйыл Отрада ауыл биләмәһендә һыу башняһы ватылғайны, аҡса бүлеп бирҙек (унда ла ҡуртымда еребеҙ бар). Яңыраҡ Мораптал клубының тыштағы сәхнәһенә иҙән түшәү өсөн таҡталар алдыҡ. Район хакимиәтенә эшебеҙҙе күреп, баһалағанға ҙур рәхмәт. Алдағы тормошта ла бергәләп тырышып эшләргә, йәшәргә яҙһын.