- Байрамда хөрмәтләп бүләкләүҙәренә бик шатмын! Минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға был һәм бик ҙур баһа! Күп йылдар эшләгән эшемде, бик ҙур итеп баһалағандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт! Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Л. Нуриәхмәтоваға, район китапхана селтәре бүлеге Т. Хлапонинаға, бергә эшләгән коллективым, татыу район китапханасы ҡыҙҙарына, эшемде күрә белгәндәрҙең барыһына ла сикһеҙ ҙур рәхмәт! Китап яратҡан уҡыусыларыма, минең менән бергә эшләгән «Күңел нурҙарыма» ла рәхмәт. Мине бер ваҡытта ла ярҙамдарынан ташламаған балаларыма рәхмәт! Ошо ҡыуаныслы көндәрҙе күрә алмаған Илгиз балама рәхмәтем сикһеҙ, ул һәр ваҡыт минең уң ҡулым булды, уның ярҙамын әйтеп кенә бөтөрөрлөк түгел! “Юшатыр”ҙар һеҙгә рәхмәт, ошо китапханала эшләгән осоромда һеҙҙең менән бергәләп бик күп эштәребеҙҙе күрһәттек! Шулай уҡ “Куюргаза” гәзитенең яуплы сәркәтибе Нияра Кашаповаға бик рәхмәтлемен, һәр ваҡыт эшемде күреп хуплап, хәлдәремде һорашып тора! Рәхмәт барығыҙғала! Киләсәктә лә тырышып эшләргә насип булһын!