Район чиновнигы, аҙмы-күпме власҡа эйә булғанынан алып, ябай кешеһенә тиклем.
Хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге ҡыҙҙары – Нурзилә менән Елена. Эштең айышына төшөнөп етмәгәне: биҙәнеп-төҙәнеп, матур кейемдәр кейеп, башлыҡ артынан эйәреп тик йөрөй былар тиер, бәлки. Ысынында, был ҡыҙҙарҙың эсендә йүгәнле ат ята – башҡаларға ҡарағанда күберәк беләләр, тәрәнерәк аңлайҙар. Өҫтәрендә ҙур яуаплылыҡ, Көйөргәҙелә булған бөтөн хәл-ваҡиғаны белеү, уларҙы анализлау, дөрөҫ итеп, халыҡҡа еткереү. Быларынан тыш, һәр илау-һыҡтау-ялыуҙарға яуап биреү. Анһат эш түгел был, ялың – ял булмай күп осраҡта (кеше бит, былар ғаиләһе менән ял итһен тип уйлап ултырмай, берәй ҡыйыш ерҙе күрҙеме, тота ла яҙа ла ебәрә).
Күп ваҡыт Лена ла, Нурзилә лә иғтибар үҙәгенән төшөп ҡала. Үҙҙәре башҡаларҙы ҡотлағандарын, бүләкләгәндәрен фотоға төшөрә, маҡтап яҙа, ә үҙҙәре һемәйеп тик йөрөй. Бөгөн был ҡыҙҙарҙы бүләкләнеләр. Район башлығының Рәхмәт хаты менән. Лира Тереғолова ҡыҙҙарының эшен юғары баһалаған. Грамоталарҙы тапшырғанда бөтәһе, устарын йәлләмәй, ҡул сапты. Беҙ ҙә шулайттыҡ. Кем-кем, беҙ ҡыҙҙарҙы, бәлки, башҡаларҙан саҡ ҡына күберәк аңлайбыҙҙыр, эштәребеҙ - уларҙың да, беҙҙеке лә - яҙыуға бәйле. Ниндәйҙер кимәлдә, был гүзәлдәр район яҙмышын да яҙа кеүек.
"Яҙыу " менән "Яҙмыш " бер тамырҙан
Яҙыу яҙһам, гүйә, яҙмыш яҙам.
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, ҡыҙҙар, алдағы көндәрегеҙҙә тағы ла ҙурыраҡ маҡтауҙарға лайыҡ булырға яҙһын, үҙегеҙҙең яҙмышығыҙ ҙа матур мөхәббәткә бәйле шиғыр юлдары кеүек булһын – уҡымлы, тигеҙ, ләззәтле.