Ул мәҙәниәт йортонда ире менән бергә эшләй. Әлиә һәм Салауат Алтынбаевтар унда “Торнаҡай” фольклор һәм “Әй ынйылары” балалар ансамбленә етәкселек итә. “Торнаҡай” 2024 йылда “Байыҡ” республика телевизион башҡорт бейеү конкурсында Гран-при яуланы. Алтынбаевтарҙың улдары Рамаҙан былтыр “Байыҡ” балалар республика бәйгеһендә еңеүсе булды. 2023 йылда “Әй ынйылары” балалар коллективы “Трио” номинацияһында Гран-при алды.
Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы һылыуы Әлиә Фәтих ҡыҙы һәм Бөрйән районы Байназар ауылы егете Салауат Әнүәр улы Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһын тамамлап, Салауат районына “Янғантау” шифаханаһына эшкә килә. Алтынбаевтар хәҙер бына бер нисә йыл Торналы мәҙәниәт йортонда тырышып эшләй. Йәш ғаилә Янғантау ауылында йәшәй. Ике ул үҫтерәләр: Рамаҙан мәктәптә уҡый, Малик балалар баҡсаһына йөрөй. Балалары ла ата-әсәһе менән бергә сәхнәлә йөрөй.
Был ижади ғаилә быйыл да үҙ уңыштары менән һөйөндөрҙө. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында Алтынбаевтар “Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары” номинацияһында 1-се урын алды. Санкт-Петербург ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған “Нева осрашыуҙары” Х халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә уларҙың дуэты, “Әй ынйылары” бейеү коллективы һәм уның солисы Рамаҙан Алтынбаев 1-се дәрәжәле дипломант исеменә лайыҡ булды. Салауат һәм Әлиә Алтынбаевтар “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының “Әкиәтте сәхнәләштереү” номинацияһында Гран-при яуланы.